Баҡалы районы Туҡбирҙе ауылы халҡының күбеһе күптән инде утын тураһында онотҡан. Ә ҡайһы бер кешеләр өйҙәренә әле газ үткәрә, ярай әле газды йоттраға тоташтырып бөтөү программаһы барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Анатолий Миңлебаев. Ауылда ул күп йылдар йәшәй. Өйөндә газ булмаған.
- Күптән түгел гәзиттән газды йоттраға тоташтырып бөтөү программаһының барлығын белдем. Оҙаҡ уйламаным - документтар тапшырҙым, ғаризаны хупланылар. Газ хеҙмәте белгестәре тиҙ арала минең ер участкама торбалар һалды. Һуңынан беҙ йортҡа газ үткәрҙек. Һәм бына бөгөн зәңгәр яғыулыҡ менән файҙаланабыҙ. Әлбиттә, хәҙер йәй, газды плитәлә генә ҡулланыла, көндәр һалҡынайтыу менән өйҙә йылы буласаҡ. Газ үткәреүҙең дә ыңғай яҡтары күп. Был ваҡытты экономиялау ҙа, утын әҙерләүҙең кәрәге лә юҡ. Беҙҙең өсөн был күптән көтөлгән ваҡиға, сөнки үҙ средстволарыбыҙға газ үткәрә алмаҫ инек, - тип уртаҡлашты Анатолий һәм Гөлзиә Миңлебаевтар.
Ауылда йәшәүсе Зөлфиә Сәлихова ошо программа - дөрөҫ ҡарар булыуына шикләнмәй. Элек Салиховтар өйҙө утын менән йылыта ине. Йорттағы газ хаҡында ғаилә күптән хыялланған. Әммә уны үткәрер өсөн бик ҙур аҡса кәрәк ине. Газ үткәреү программаһы менән июлдә үк йортҡа газ килде.
- Киң мәғлүмәт сараларынан социаль газ үткәреү проекты хаҡында ишеткәс тә ғариза бирҙем. Барыһын да ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләнек. Хәҙер беҙ уңайлы шарттарҙа йәшәй алабыҙ, - тип һөйләй Зөлфиә Әхмәтбай ҡыҙы.
Ошоға тиклем тәбиғи газ менән файҙаланмаған күп кенә район халҡы өсөн йәшәү сифаты яҡшырған. Һәм бының барыһы ла ер участкаһы сигенә бушлай газ һуҙырға мөмкинлек биргән программа ярҙам итте.