Гәрәевтар ғаиләһе «Аҡ бесәй» тип аталған рәсми булмаған приют эргәһендә йәшәй. 2019 йылдан башлап кешеләр эт өрөү һәм һаҫыҡ еҫкә түҙә. Бындай күршелеккә башҡа ауыл халҡы ла шатланмай, тип яҙа ГорОбзор.ру.
Суд ҡарарына ярашлы, Ленин урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан йорт һәм ер участкаһы территорияһында берәҙәк хайуандарҙы аҫрау законһыҙ тип танылды. Эште ҡарау барышында бесәй һәм эттәргә яҡын йәшәгән йорттарҙағы граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуы билдәләнде. Суд милексе Павел Кузнецов менән арендатор Альбина Долматоваға үҙ көсө менән малдарҙы ваҡытлыса аҫрау пункттарына 3 ай эсендә алып барырға ҡушты.