+24 °С
Облачно
События и факты
13 Июля 2022, 09:09

Туймазыла кадет класына Донбаста һәләк булған яугирҙың исеме бирелде

Контракт хеҙмәткәре ефрейторы Данис Рыбаков март айында Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан ваҡытта һәләк булды.

Хәҙер 3-сө Серафимовка мәктәбенең 6А кадет класы Данис Рыбаковтың исемен йөрөтә. Украинала махсус операция ваҡытында һәләк булған ауылдаштарының һәм элекке уҡыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн уҡыу йорто етәкселеге шундай ҡарар ҡабул итте.

«Данис кеүек егеттәр һәр саҡ ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө буласаҡ. Юҡҡа ғына кадет класына геройҙың исеме бирелмәне», - тип аңлатма бирҙе яңылыҡҡа Туймазы районы башлығы Айҙар Суфиянов социаль селтәрҙә.

Данис 2019 йылда хәрби хеҙмәткә килешеү төҙөй, был уның әсәһе һәм ағаһы өсөн көтөлмәгән хәл булды. Таҙа, һау-сәләмәт егет менән ике йылға килешеү төҙөлә, уны Тоцкиҙа хәрби гарнизонға ебәргәндәр, унда ул машина йөрөтөүсе-механик булып хеҙмәт иткән.

Уҙған йылдың көҙөндә Данис контрактты тағы бер йылға оҙайтты. Һуңғы тапҡыр видеобәйләнеш аша әсә менән ул 22 февралдә һөйләшкән. Шунда ул туғандарына тиҙҙән бәйләнешһеҙ ҡаласағы тураһында иҫкәртте.

Данис әсәһен артыҡ борсорға теләмәне, бер ни ҙә һөйләмәне. Бер ай үткәс, 28 мартта, туғандарына ефрейтор Рыбаковтың һәләк булыуы хаҡында хәбәр итәләр.

Данисты 12 апрелдә Серафимовкала ерләнеләр.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас