Туймазы районы Ҡандра ауылында йәшәүсе ике туған ирҙәр Бүздәк районына балыҡ тоторға киткән.
Балыҡ яҡшыраҡ эләкһен өсөн эскәндәр, ләкин улар хәмер менән артыҡ мауыҡҡандар. Улвр бәхәсләшеп китә, аҙаҡ һуғышыу ҙа башлана. Шул саҡта 32 йәшлек ир икенсеһен травматик пистолет ярҙамында тынысландырырға була. Башта ул һауаға, һуңынан туғанының эсенә ата.
Полиция хеҙмәткәрҙәре атыусының ҡоралын алғандар. Пистолет теркәлгән булып сыға.