+12 °С
Облачно
События и факты
12 Июля 2022, 09:09

Баҡсала ҽмҽш-ҽләк уңһын тиһәгеҙ ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ, дуҫтар!

- барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);

- 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
- сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
- помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;
- помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
- һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);
- еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы;
- йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.

Автор:Гульмира Бикбулатова
Читайте нас