+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
6 Июль 2022, 14:45

Туймазыла балыҡсылар ғаиләһе балыҡ тотоу серҙәре тураһында һөйләне

Иртә. Ҡояштың тәүге нурҙары күренә. Сәйнүктә үлән еҫе, усаҡ яна. Яр буйында, ҡармаҡ тотоп, бер ҡатын ултыра.

Наталья менән Геннадий Дәүләтшиндарҙың балыҡсылыҡ стажы - 28 йыл. Нисек балыҡсы булып китәләр? Бер ваҡыт улар күршеһе менән һыу буйына ял итергә баралар.

- Фоат ағай -  балыҡсы. Ул Натальяға балыҡ тотоп ҡарарға тәҡдим. Селәүсендәр менән тулы банкына бирә, ә ул уларҙан ҡурҡа, ҡулына ла алмай! - тип көлә Геннадий Сергеевич. - Мин уның ҡармағына селәүсен эләктерҙем. Ҡармаҡҡа бәләкәй балыҡ эләкте. Һуңыны тағын берәү. Шул тиклем балыҡ тотоуы оҡшаны уға! Ул көндө ҡулыма ҡармаҡ эләкмәне - ҡатыным бирмәне! Мин көнө буйы Наталья янында балыҡ алып тороусы һәм селәүсен эләктереүсе булдым.

Шул ваҡыттан алып балыҡ тотоу ғаиләләге иң яратҡан шөғөлдәренә әйләнә. Улар бергәләп тирә-яҡты йөрөп сыға, Туймазынан ситкә - Шаран, Бүздәк, Саҡмағош райондарына ла йөрөй.

- Һәр һыу ятҡылығы балыҡтарының үҙҙәре генә яратҡан рационы бар. Береһендә ул - кукуруз, икенсеһендә ҡамыр, өсөнсөһөндә борсаҡ, - ти Наталья Владимировна. - Күп нәмә ваҡытҡа ла бәйле: бер быуала балыҡ иртәнге сәғәт биштә генә, ә ҡайһы ерҙә иртәнге һигеҙҙә генә уяна.

Улар бер тапҡыр ҙа балыҡһыҙ ҡайтмай. Геннадий Сергеевич, эш ҡатынының уңышлы булыуында, тигән фекерҙә. Ул уның өс килограмлыҡ трофейҙары тураһында ғорурланып һөйләй, тыйнаҡ ҡына итеп үҙен водитель тип атай, үҙе лә бер нисә тапҡыр эре экземпляр тотҡан.

Балыҡҡа улар үҙҙәре менән бер нисә буш тоҡ та ала - яуапһыҙ ял итеүселәр ҡалдырған сүп-сарҙарҙы ярҙарынан шунда тулдыралар. Балыҡ тоталар, усаҡ яғып, ашарға бешерәләр.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: