+12 °С
Ясно
События и факты
30 Июня 2022, 07:58

«Сәфәр»ҙәрҙе еңеү менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Апрелдә, Халыҡ-ара бейеү көнө айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бейеү коллективтары араһында «Бейегән башҡорт бай була!» исемле флешмоб иғлан иткәйне.

Был сарала республиканың күп кенә бейеү коллективтары ҡатнашты һәм төркөм дуҫтарының лайктары, комментарийҙары нигеҙендә улар араһында алдынғылар билдәләнде.

Был флешмобта виртуаль тамашасыларҙың иң күп иғтибарын Туймазы районының «Сәфәр» өлгөлө бейеү ансамбле һәм Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле яулаған.

«Сәфәр»ҙәрҙе һәм уларҙың етәкселәрен - Дамир һәм Әлфиә Ибраһимовтарҙы еңеү менән  ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас