+14 °С
Облачно
События и факты
28 Июня 2022, 07:41

Баҡалы районы башлығы Александр Андреев тәнҡиткә нисек ҡарай?

Тормошта ыңғай яҡтарҙы күреү Тыуған төйәккә һөйөү, көс бирә, тип раҫлай Баҡалы районы башлығы Александр Андреев.

Ә тәнҡиткә нисек ҡарайһығыҙ?

 - Тыныс. Сөнки тәнҡит ҡайһы саҡта кешенең ысынлап та борсолоуҙарын аңлата. Эйе, үҙеңдең адресыңа килгән ризаһыҙлыҡ һүҙҙәрен ишетеү үтә ҡыуаныслы түгел. Әммә был эште һайлағанда, мин быны аңлай инем. Етмәһә, беҙҙә кешеләр башлыса айыҡ фекер йөрөтә. Проблеманы хәл итә алыуыңды аңлап та, бының өсөн бер ни ҙә эшләмәгәндә генә ҡәнәғәтһеҙлек белдерәләр.

Беҙ дүртенсе йыл рәттән айына бер тапҡыр, бөтә коллектив менән ауыл биләмәләренә сығып, Хакимиәт көндәрен үткәрәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүге арала бындай осрашыуҙарҙа бик ҡыҙыу үтә ине. Ризаһыҙлыҡтар күп булды, киҫкен фекерҙәр яңғыраны. Әммә ваҡыт үтте, күп мәсьәләләр хәл ителде, һәм беҙ рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетәбеҙ. Ә беҙҙең өсөн иң ҡыйын проблема - ул, әлбиттә, юлдар. Уны хәл итһәк, мөрәжәғәттәр һаны 90 процентҡа кәмер тип уйлайым.

 


Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас