+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Июнь 2022, 16:00

Туймазыла театр ижад миҙгелен япты

«Минең ҡәҙерле кейәүем» спектаклен күрһәттеләр.

Туймазыла театр ижад миҙгелен япты
Туймазыла театр ижад миҙгелен япты

Комедияның исеме үк күпте һөйләй: Хәйерниса һәм Хәнәфи берҙән-бер ҡыҙы өсөн кейәү һайлай. Улар был эш менән шул тиклем мауығып киткән, хатта ҡыҙ тураһында онотҡан. Уларҙың фекеренсә, уның өсөн иң яҡшы партия - ҡаланың бай эшҡыуары. Ул ҡыҙҙы ауылдан алып ҡайтып, уға матур тормош тәьмин итәсәк. Ләкин ҡы урмансы Илдустың улына ғашиҡ булған. Бергә булыр өсөн улар бөтәһенә лә әҙер.

Спектакль күңелле килеп сыҡты.

- Беҙ күптән улай күп көлмәгәйнек, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ирле-ҡатынлы Йосоповтар. - Беҙгә хәл таныш, беҙҙең ҡыҙыбыҙ бар һәм беҙгә буласаҡ кейәүебеҙҙең кем булыры барыбер түгел. Бөгөн беҙ балаларҙың фекерен һәм ҡарарын хөрмәт итеү мөһим икәнен күрҙек.

Туймазыла театр ижад миҙгелен япты
Туймазыла театр ижад миҙгелен япты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: