-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Июнь 2022, 12:34

Октябрьскийҙа йәш ярымлыҡ сабый 3-сө ҡаттағы тәҙрәһенән ҡолап төшкән

Был ваҡытта сабыйҙың ата-әсәһе өйҙә булған, бүлмәне тәртипкә килтергәндәр.

Өйҙөң тәҙрәләре шар асыҡ ине. Секунд эсендә малай ултырғыстан тәҙрә төбөнә менеп, москит селтәренә таянып, ҡолап төшкән.
Баланы 1-се ҡала дауаханаһының балалар стационарына оҙатҡандар.
Табиптар уның баш мейеһе һелкенгәнен һәм күкрәге бәрелеүен асыҡлаған.
Бала табиптар күҙәтеүендә.

Баланы нисек фажиғәнән һаҡлап ҡалырға!
Тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ.
Баланы бүлмәлә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Тәҙрәләргә аксессуарҙарҙы ентекләп һайлағыҙ.
Тәҙрәләргә блокираторҙар ҡуйығыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: