+12 °С
Облачно
События и факты
22 Июня 2022, 11:41

Октябрьский тарихында тәүгегә!

Октябрьскийҙың 9 һәм 11 класс уҡыусылары, илебеҙҙәге тиҫтерҙәре кеүек үк, дәүләт имтихандарын тапшыра. Ҡалабыҙ уҡыусыларының, уларҙың уҡытыусыларының тырыш хеҙмәте үҙ емештәрен бирә.

Әҙәбиәт буйынса имтиханды быйыл 682 егет-ҡыҙ һайлаған. Бер генә уҡыусы 100 балл йыя алған – ул беҙҙең ҡаланан, 2-се гимназиянан Вета Евстафьева. Ул шулай уҡ рус теленән дә 100 балл алыуға өлгәште! Был – Октябрьский тарихында тәүгегә! Был һөҙөмтәгә һәләт кенә түгел, ә ныҡышмалы хеҙмәт тә сәбәп. Вета – күп ижади конкурстар һәм фестивалдәр еңеүсеһе. 2020 йылда ул «Мцыри» Халыҡ-ара йәш шағирҙарҙың асыҡ фестиваленең төбәк туры еңеүсеһе булғайны. 2021 йылда С. Довлатов ижадына арналған Бөтә Рәсәй инша-эссе конкурсының төбәк этабы призеры булды. 2020, 2021, 2022 йылдарҙа –  әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Етәксеһе – Колбасова Елена Васильевна.

3-сө гимназияның сығарылыш уҡыусыһы Сара Фәйзуллина химия фәненән 100 балл алыуға иреште. Тырыш уҡыусы булыуҙан тыш, Сара - «Асыҡ йөрәк» ирекмәндәр отряды лидеры ла. Ҡыҙҙы юғары һөҙөмтәгә әҙерләүсе – Кәримова Ольга Ивановна.

2-се гимназиянан тағы бер ҡыҙ – Вероника Визигина рус теленән 100 балл йыйҙы. Ул – рус теле һәм әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Ю. Гагарин исемендәге Кубокка рус теле буйынса вуз-ара олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүсеһе.

Имтиханда юғары балл – иҫ киткес тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм маҡсатҡа эшләүҙең һөҙөмтәһе. Афарин!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас