+12 °С
Облачно
События и факты
21 Июня 2022, 06:12

Капитан Андрей Кириловҡа ни бары 30 йәш ине...

Уны тыуған төйәгендә - Баҡалы ауылында ерләнеләр

Баҡалы районы халҡы өсөн 20 июнь матәм көнө булды. Йөҙләгән баҡалы яҡташы - Рәсәй Федерацияһының ҡораллы Көстәре капитаны Андрей Кирилов менән хушлашырға килде.

Ул Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.

Район Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда митинг үтте: Почетлы ҡарауыл, хәрби оркестр, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар, йәш армеецтар теҙелде. Офицерҙы иҫкә алырға, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашырға район хакимиәте, ойошма һәм предприятие вәкилдәре, туғандары, дуҫтары, класташтары, таныштары килде.

Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Андрей мәктәп эскәмйәһенән маҡсатҡа ынтылышлы егет булған. Ағымдағы йылдың 1 майынан Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәләрендә хеҙмәт иткән. Ул атырҙарса һәләк булды. Был хәл 10 июндә Бәләкәй Камышев ауылы янында һөжүм итеү барышында булған.

Баҡалы районы халҡы йәш яҡташыбыҙ А.Кириловтың батырлығын мәңге онотмаясаҡ.

Уны Баҡалы ауылының зыяратында ерләнеләр.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас