+19 °С
Облачно
События и факты
15 Июня 2022, 06:05

Парашют спорты - кем беренсе?

Октябрьскийҙа СССР Геройы Николай Дегтяр иҫтәлегенә парашют спорты буйынса Башҡортостан кубогының 1-се этабы уҙҙы.

Ярыштарҙа Башҡортостандан, Татарстандан, Екатеринбургтан, Силәбенән, Ханты-Манси автономиялы округынан 55 спортсы ҡатнашты.

Парашютсылар «Октябрьский» аэродромында АН-2 самолетынан һикерҙе.

Экстремаль спортҡа йәш ҡамасауламай - ярыштарҙа 15-70 йәшлек спортсылар ҡатнашты.

Октябрьский командаһы теүәл ергә төшөү буйынса беренсе булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас