Фестивалгә бөтә Рәсәйҙән йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр саҡырыла. Улар Башҡортостанда йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙың иҫәбен арттырыу һәм популярлаштырыу проблемаларын ҡарай, тип хәбәр итә «Баймаҡ хәбәрсеһе».
- Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә аналогы булмаған сараны уҙғарырға ниәтләнәбеҙ, һуңынан, ышанам, федераль статус аласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостадың беренсе вице-премьеры Азат Баҙранов.