+12 °С
Ясно
События и факты
8 Июня 2022, 11:10

Туймазыла вандалдар емергән ҡыҙыл гвардиясыларға һәйкәл тергеҙелде

Милиция ветерандары һәм эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ғәфүр ауылында һәйкәлде тергеҙҙе: металл монументты реставрацияланы, уны буяны һәм ағас ҡойма менән кәртәләне.

Ғәфүр ауыл советы башлығы эске эштәр бүлеге ветераны Рәдис Сафин һүҙҙәренсә, һәйкәл Граждандар һуғышы йылдарында ҡатнашҡан ҡыҙыл гвардиясыларға ҡуйылған.

- 1918 йылда аҡ гвардеецтар ҡулына ҡыҙыл Армияның 11 һалдаты эләгә. Әсирҙәрҙе Ҡарамалы-Вәлитов ауылында (хәҙерге Ғәфүр ауылы) язалап үлтергәндәр, - тип һөйләй ул. - Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ошо урында һәйкәл ҡуйылған. Уҙған көҙ мемориалды вандалдар емергән - улар металл ҡойманы киҫеп алып сыҡҡан. Бөгөн уны тәртипкә килтерҙеләр. Төҙөлөш материалдары менән шәхси эшҡыуарҙар Фәнис Ғарипов һәм Рөстәм Арыҫланов ярҙам итте.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас