+21 °С
Облачно
События и факты
8 Июня 2022, 11:11

Шаран районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

- Бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамдарын оло йөрәкле һәм йомарт күңелле кешеләр билдәләй. Улар үҙҙәрен кешелекле, изге эшкә - айырыуса мохтаждарға ярҙам итеүгә арнаны.

Райондың социаль өлкәһенең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары, һеҙҙе социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым! Һеҙҙең эшегеҙ аша оло йәштәгеләр, инвалидтар, балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр реаль ярҙам ала, иртәгәһе көнгә ышаныс уята.

Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ошондай мөһим һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем! – тип яҙҙы ул социаль селтәрендә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас