1. Магазинға аҙыҡ-түлек артынан ас килеш бармаҫҡа
Бер аҙ сәйерерәк яңғырай, әлбиттә, әммә был эшләй! Ас кешелә, магазинға барғанға тиклем планға инмәгән, ҡиммәтле һәм кәрәкмәгән продукттар һатып алыу теләге тыуыуы ихтимал.
2. Миҙгел аҙағынан кейем һатып алыу
Әлбиттә, әгәр кешенең кейергә кейеме юҡ икән, яҙ аҙағында ул аяҡ кейеме һәм йәйгелеккә кейем һатып алырға мәжбүр. Ә әгәр бер тапҡыр киреһенсә эш итеп ҡараһаң? Мартта йылы мамыҡ куртка, сентябрҙә йәйге аяҡ кейемдәре һатып алырға. Ярайһы уҡ күп аҡса үҙ кеҫәңдә ҡаласаҡ, сөнки миҙгел аҙағында магазинда әйберҙәр өсөн уның башланғыс хаҡынан ике тапҡырға арзаныраҡ хаҡ түләргә мөмкин.
3. Электр сәйнүгенән баш тартырға
Һыу ҡайнатыу өсөн газ плитаһын файҙаланыу күпкә осһоҙораҡ, сөнки газ электр энергияһына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ. Айырыуса был йорттарына газ счетчиктары ҡуйған кешеләргә ҡағыла.
4. Аш бүлмәһен йыуыу һәм йыйыштырыу өсөн ҡиммәт булмаған универсаль әйберҙәр ҡулланырға
Был средстволарҙың составы бер-береһенән бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. Былай булғас, бренд өсөн артыҡ түләүҙең мәғәнәһе бармы? Әйткәндәй, һәр йортта ябай сода бар - һауыт-һабаны йыуыу һәм таҙартыу өсөн арзан да, хәүефһеҙ ҙә.
5. Энергия һаҡлаусы лампочкаларҙы ябай лампалар урынына ҡулланырға Кешеләрҙең күбеһе был турала яҡшы белә, шулай ҙа был кәңәште һанға һуҡмай. Шул уҡ ваҡытта энергия һаҡлаусы йәки яҡтылыҡ-диодлы лампалар менән ҡулланыусыларҙың электр энергияһы өсөн түләүҙәре ике тапҡырға кәмерәк.
6. Күберәк йәйәү йөрөү
Был осраҡта ваҡытты ла экономияларға мөмкин, сөнки ҡайһы берҙә туҡталышта кәрәкле транспортты оҙаҡ көтөргә тура килә.
7. Әйберҙәрҙе интернет аша һатырға һәм һатып алырға
Шкафтарҙы тикшергәндән һуң, кәрәкмәгән бөтә әйберҙәрҙе социаль селтәрҙәр аша махсус булдырылған берләшмәләр ярҙамында һатырға мөмкин. Әйткәндәй, ошо уҡ төркөмдәрҙә үҙең йәки ғаилә ағзалары өсөн ташлама менән яңы әйберҙәр һатып алырға мөмкин.