+11 °С
Ясно
События и факты
3 Июня 2022, 12:18

Туймазыла эксперт яҡшы картуф уңышын үҫтереү серҙәрен һөйләне

Баҡсасылар буласаҡ уңыш өсөн борсола.

«Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге»нең Туймазылағы филиалы начальнигы Рәмилә Гәрәева, баҡсасыларҙы борсоу бушҡа түгел, сөнки картуф дым яратыусы үҫемлек булып тора, әммә артыҡ дым уға зыян килтерә ала, тип иҫәпләй. Айырыуса һауа температураһы норманан түбән булһа - майҙағы кеүек. Урыны менән ҡар ҙа яуҙы бит!

Уңышты һаҡлап ҡала алыу өсөн эксперттарҙың бер нисә кәңәше.

Артыҡ дымды һеңдерә алған махсус мульчаны баҡсасылар магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Уны йәйем сығырғы кәрәк. Артабан ике көн һайын тупраҡты йомшартырға кәрәк - ул тупраҡты кислород менән туйындырыу, артыҡ дымды бөтөрөү һәм ауырыуҙар килеп сығыу хәүефен кәметеү мөмкинлеге бирәсәк.

Рәттәр араһынан артыҡ дым ағып төшә торған ағынты канауҙар яһағыҙ.

Һабаҡтарҙың һәм япраҡтарҙың торошо буйынса төрлө ауырыуҙарҙы билдәләргә мөмкин. Фомоз. Һабағында ҡара таптар барлыҡҡа килә, һабағы серей башлай. Дауалау өсөн «Максим» һәм «Дитан» препараттарын ҡулланалар.

Фитофтороз. Япрағында, ҡыуағында ҡараһыу көрән таптар барлыҡҡа килә,. Дауалау өсөн культураны 1 процентлы борд шыйыҡсаһы йәки «Оксихом», «Курзат Р» препараттары менән эшкәртергә кәрәк.

Фузариоз. Япрағы ҡойола, һабаҡтары көрән төҫкә инә, картуф тиҙ серей башлай. Йәш ҡыуаҡты баҡыр купоросы, бактофит, фитоспорин менән дауаларға мөмкин.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас