+14 °С
Облачно
События и факты
1 Июня 2022, 05:04

Туймазы халҡы «Айыҡ ауыл» өсөн тауыш бирә

1 июнгә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсында республиканың барлыҡ райондары ҡатнаша. Муниципалитеттарҙа финалға сыҡҡан ауылдар еңеүсе булды һәм хәҙер төп бүләк өсөн көрәшә. «Башҡортостан тауышы» порталында 1 июнгә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Туймазы районынан конкурста Кандракүл ауылы халҡы ҡатнаша.

Ауылда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса ҙур эш алып барыла. Апрелдә, мәҫәлән, халыҡ өсөн Берҙәм ғаилә консультациялары көнө үткәрелде. Шулай уҡ ауылда кәләштәр фольклор конкурсы, «Самауыр байрамы» һәм башҡа спорт һәм мәҙәни саралар ойошторолдо.

Билдәләп үтергә кәрәк, республика конкурсында еңеүселәр алты миллион һумға тиклем аҡсалата приздар аласаҡ. Отош тораҡ пунктты төҙөкләндереүгә китә.

«Айыҡ ауыл» конкурсы ил президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Демография» милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас