+21 °С
Облачно
События и факты
30 Мая 2022, 06:01

Туймазыға «сәләмәтлек поезы» киләсәк

Табиптарҙың мобиль бригадаһы Ҡандра ауылы халҡын тикшерәсәк.

Алты «сәләмәтлек поезы» республика буйлап ай ярым дауамында йөрөй. Ошо ваҡыт эсендә табиптар меңдәрсә кешене ҡараған, кәрәк булған осраҡта өҫтәмә тикшереүҙәргә һәм дауаханаға ебәргән. Күсмә медицина үҙәге 1-3 июндә Туймазы районының Кандра ауылында эшләй. Бригада составында - терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, невролог, стоматолог һәм башҡа белгестәр. Табип кәңәшенән тыш, халыҡ флюорография үткәрә, маммографик һәм ультратауыш тикшереүе үтә, ВИЧ-ҡа ҡан тапшыра ала. Табиптар сират буйынса ҡабул итәсәк. Белгестәргә Ҡандранан тыш, башҡа яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙ президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә республика буйлап «сәләмәтлек поездары» йөрөй.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас