Уҙған тәүлектә республикала 4 кеше ковидтан вафат булған. Пандемияның ике йылында республикала бөтәһе 5,6 меңдән ашыу кеше ошо инфекциянан үлгән.
Һуңғы тәүлектә 91 кешелә коронавирус асыҡланған, 62 пациент дауаханаға оҙатылған. Туймазы ковид-госпиталендә был сирҙән 43 кеше дауалана. Унда уртаса ауырлыҡтағы һәм ауыр хәлдәге сирлеләр дауаханаға оҙатылған, күбеһенсә улар вакцина яһатмаған. Табиптар әйтеүенсә, ковидтың ауыр үтеүенә һәм унан һуң өҙлөгөүгә юл ҡуймаҫҡа вакцинация ғына ярҙам итәсәк. Туймазы поликлиникаларының прививка бүлмәләрендә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға мөмкин.