+11 °С
Облачно
События и факты
27 Мая 2022, 10:56

Башҡортостанда бер ир һигеҙ йәшлек малайға атҡан

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир пневматик ҡоралдан, йортоноң тәҙрәһенә төбәп атҡан һәм һигеҙ йәшлек малайҙың ҡолағына эләккән.

Ата-әсәһе баланы ашығыс рәүештә травматология пунктына алып киткән һәм йәрәхәтләнгән яраны теркәгән. Уҡсының позицияһын полиция тиҙ асты - урындағы урта махсус уҡыу йортоноң 18 йәшлек студенты хулиган булып сыҡты.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар уны тотҡандар, әле  тикшереү башланған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас