+31 °С
Ясно
События и факты
26 Мая 2022, 07:08

Туймазы районында шәжәрә байрамы үтте

Ике йыл элек Кәкребаш ауылында шәжәрә байрамы үткәндә урындағы халыҡ 40 шәжәрә ағасын ҡуйғайны. Быйыл улар тағы ла күберәк - 47. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтәһе лә сығыш яһай һәм ата-бабалары хаҡында һөйләй алмаған. Юғиһә сара иртәнгә тиклем һуҙылыр ине.

Рафаэль Шәриповтың шәжәрәһендә һигеҙ быуын вәкилдәре бар. Нәҫеле Ғөзәйерҙән башлана, уның тыуған көнө билдәһеҙ, әммә улы Кәлимулла Ғөзәйеровтың мәғлүмәттәре документтар менән раҫланған. Ул 1793 йылда тыуған. Рафаэль Мәсәбих улы үҙенең олатаһы Хәмзә тураһында күп һөйләне.

 - Йәштән бабай аттарҙы яратты, уларҙы нисек ҡулға өйрәтергә икәнен белә ине. Һуғыш башында Хәмзә Шәрип улы яңы башлаған һыбайлыларҙың инструкторы була, һуңынан Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә 112-се гвардия кавалерия дивизияһы составында фашистарға ҡаршы һуғыша һәм Ворошиловград өлкәһендә (хәҙер Луганск) һәләк була. Глүзә Фәрухшина ире Иректең ата-бабалары хаҡында һөйләне. Әнисә Ғәзизулла ҡыҙы 2х2 метр күләмендәге ғаилә шәжәрәһенең ҡағыҙ вариантын эшләгән. Картинала 12 быуын күрһәтелгән. Ғаиләнең тәүге вәкилдәре Кәкребашта 18-се быуат башында йәшәгән, игенселек менән шөғөлләнгән. Гөлүзәнең ҡәйнәһе Әнүәрә Ямалетдин ҡыҙы 40 йыл колхозда агроном булып эшләгән.

Сараның иң йәш ҡатнашыусыһы Инна Сидоринаға 30 йәш.

- Мин Шәжәрәне атайым яғынан төҙөнөм. Нәҫелдең башы Әхтәм менән Төхвәттән килеп сыҡтым, - тип һөйләй Инна. - Әхтәм тоҡомдары яҡшы игенсе һәм малсы булған . Ә Төхвәт нәҫеле вәкилдәре мейес сығаруысы оҫталар һәм умарталар булған. Олатайым Мәғәрифтең умарталығында 40-ҡа яҡын умарта булған һәм йылына 600 килограмға тиклем бал йыйыған. Шәжәрәне өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы, күп көтөлмәгән нәмәләр табырға мөмкин. Мәҫәлән, беҙ 10 йыл дуҫ булып йөрөгән әхирәттәр минең алыҫ туғандарым булыуын асыҡланыҡ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас