+11 °С
Облачно
События и факты
25 Мая 2022, 10:08

Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә

Туймазы эшҡыуары Фәнир Ғәлимов һуңғы тиҫтә йылдар дауамында Төмәнәк ауылында «Бабай утары» этнографик комплексын булдыра.

Башта «Бабай утары» асыҡ һауалағы музей булараҡ ойошторола. Әкренләп ул үҙенсәлекле экспонаттар коллекцияһы менән боронғо ауылға әүерелгән. Миҫал өсөн, 1870 йылда төҙөлгән тирмәнде бында Сыуашстандан алып килгәндәр. Уны бүрәнәләп һүтеп, Төмәнәккә алып барып, һәр деталде һаҡлап ҡалып, «Бабай утары»на урынлаштырғандар.

- Музейға йышыраҡ ата-әсәләр һәм уларҙың балалары килә, - ти ул. - Яңыраҡ 80 йәшлек апайҙы экскурсияға алып килгәндәр. Ул йорттарҙың береһендә ике сәғәт ултырған. Баҡтиһәң, балалары уны үҙҙәренә йәшәргә ҡалаға алған, ә музейһағы өй уныҡына оҡшаған. Торлаҡ йорттар эргәһендә һарайҙар, мунсалар һәм мал-тыуар менән ихата урынлашҡан. Күптәр өсөн был ғәжәп күренеш. Бынан тыш, бер нисә йыл элек бында мини-зоопарк барлыҡҡа килгән.

Былтыр Ғәлимов етәкләгән «Йондоҙ» крәҫтиән-фермер хужалығы эске  туризмынды үҫтереүгә грант отҡан. Был аҡсаға ике төньяҡ боланы һәм өс Европа боланы һатып алынғандар. Эргәлә ҡыр өйрәктәре һәм аҡҡоштар өсөн бәләкәй быуа эшләгәндәр. Йәй көнө туристар һыу инә һәм балыҡ тота ала.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас