Улар әле дауханала ята. Ҡатындар Сосновка ауылында йәшәгән. Улар "ВАЗ-2110" машинаһында райондағы МФЦ-ға барған булғандар. Ҡайтҡанда "ВАЗ-2110" "Лада Веста" автомобиле менән бәрелешкән.
"Лада Веста" менән 42 йәшлек ир, ә "ВАЗ-2110" менән 28 йәшлек ҡатын идара иткән. Ул аварияла һәләк була. Уның туғандары һүҙҙәренсә, уның бәләкәй ҡыҙы һәм улы йәтим ҡалған.
Һәләк булған икенсе кеше - 35 йәшлек ҡатындың да ике бәләкәй ҡыҙы йәтим ҡалған. Улар менән бергә барған 24 йәшлек тағын бер ҡыҙ имгәнгән.
"Лада Веста" машинаһындағы кешеләр өләсәләрен ерләргә барған булғандар. Был машина салонындағы 38 йәшлек хатындың башы имгәнгән, аяғы һынған. "Веста" хужаһы реанимацияла ята.