«Айыҡ ауыл» республика конкурсында һынау тотҡандар өсөн интернет аша тауыш биреү башланды. Быйыл унда төбәгебеҙҙең 54 районынан да ҡатнашалар. Онлайн тәртибендә йыйылған тауыштар конкурста артабан ҡатнашыу өсөн балл туплау мөмкинлеген бирә.
Тәүлек һайын һәр категорияла берәр тауыш бирергә мөмкин. Тәүҙә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәлеү үтергә кәрәк. Аҫта видео-инструкция буласаҡ.