+19 °С
Облачно
События и факты
23 Мая 2022, 11:14

Синоптиктарҙан һораныҡ - ҡасан Туймазыла йылыта башлай

 Аҙна аҙағында һауа температураһы күтәрелә башлаясаҡ.

Бына инде ике аҙна буйына Туймазыла ямғыр яуа, көн һайын һыуыҡ ел иҫә.

Үткән аҙнала районда борсаҡ яуҙы. Яуым-төшөм дә норманан артты. Уртаса  һауа температураһы 23 көндә  +10 градус тәшкил итте.

Синоптиктар әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә Туймазы районында ямғыр туҡтамай, ел көсәйә. Был аҙнала иртәгә генә, 24 майҙа, көн яуым-төшөмһөҙ була.

Синоптиктар ял көндәрендә ямғырҙар вәғәҙә итә һәм һауа температураһы күтәрелә: шәмбе көндө + 21 градус, төндәрен +12 градус буласаҡ.

Икенсе аҙнала һауа торошо яҡшырасаҡ - яуым-төшөм туҡтай, көндәр йылы һәм ҡояшлы буласаҡ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас