“Шаран районына ҡайғылы хәбәр килде. Украиналағы махсус операция ваҡытында һалдат бурысын үтәгәндә беҙҙең яҡташыбыҙ Артур Витальевич Сәйетов геройҙарса һәләк булды”, - тип белдерҙе хакимиәт башлығы.
Артур Яңы Томбағош ауылында 1997 йылдың 25 мартында Виталий Александрович һәм и Фәимә Ғүмәр ҡыҙы Сәйетовтар ғаиләһендә тыуған. Мәктәптән һуң Рязань юғары дестант училищеһына уҡырға инә. 2017 йылда айырым мотоуҡсылар бригадаһының мотоуҡсылар ротаһында өлкән техник булып хеҙмәт итә.
2022 йылдың 11 мартынан Украиналағы махсус операцияла ҡатнаша.