– Һөҙөмтәлә оператив хеҙмәткәрҙәр бер нисә урлашыуҙа ғәйепләнеүсене асыҡланы, – тип һөйләй Рәсәй эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса тикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирина Давыдова.
– Ул йәш кеше, элек хөкөм ителгән, Шаран ауылынан булып сыҡты. Ул ун велосипед урлаған.
Ағымдағы йыл башынан алып алты велосипед урлау теркәлгән – дүрт велосипедты подъездан алып ҡасҡандар, береһен гараждан урлағандар.