Был байрам Октябрьскийҙы үҙ йорто, кесе Ватаны тип һанаусыларҙы, ата-бабалар мираҫын ҡәҙерләп һаҡлаусыларҙы, ҡалала уңайлы мөхит булдырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн көс түгеүселәрҙе берләштерә.
Быйыл да 5 апрелдә матур ғәҙәт буйынса Совет майҙанындағы «Ҡалаға нигеҙ һалыусылар» стелаһы янында тантаналы сара ойошторолдо. Яратҡан ҡаланы ҡотлап, уға уңыштар, үҫеш һәм тағы ла нығыраҡ күкрәп сәскә атыуын теләргә Октябрьскийҙың маҡтаулы кешеләре, ветерандар, студенттар һәм йәштәр ижтимағи берләшмәләре ағзалары, предприятие-ойошмалар етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре һәм башҡа яҡташтар килде.
Тантананы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Михаил Алексеевич Черкашнев сығышы асты:
— Хөрмәтле октябрьскийҙар! Беҙ ҡала тарихы, хеҙмәт ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Данлыҡлы ғөрөф-ғәҙәттәрҙең киләсәк быуындар тарафынан дауам ителәсәгенә шигебеҙ юҡ. Йәмле байрам көнөндә төбәкте үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, бәхет һәм именлек теләйем! Яратҡан ҡалабыҙ артабан да йәш, актив, уңайлы, төҙөк һәм сәскә атыусы булһын!
Ихлас тәбрикләүҙәргә ҡаланың маҡтаулы кешеһе, ветерандар советы рәйесе Юрий Васильевич Корольков та ҡушылды. Ул Октябрьскийҙың йылдан-йыл матурланыуын, яңы йорттар, социаль объекттар төҙөлөүен билдәләне, үткәндәрҙе иҫкә төшөрҙө.
— Элек нәҡ ошо урында булған бинала ҡала советының һәм комсомолдың башҡарма комитеттары урынлашҡан ине. 1 май, 9 май, 7 ноябрь байрамдарына һәр ваҡыт демонстрациялар уҙғарылды. Ул замандарҙа ҡала бәләкәйерәк ине. Хәҙер инде ул ҙурайҙы, бик күп үҙгәрештәр кисерҙе. Ҡалабыҙ киләсәктә лә ошо йүнәлештә эшләһен, тағы ла уңайлыраҡ шарттар, яңы эш урындары булдырылһын, йәштәр уҡыу йорттарын тамамлап, тыуған төйәктәренә ҡайтып урынлашһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Байрам сараһы Октябрьскийға нигеҙ һалусыларға хөрмәт йөҙөнән стелаға сәскә һалыуменән тамамланды.
… Октябрьский берҙәм, тырыш халҡы көсө менән йылдан-йыл үҫә, республикала ғына түгел, ил күләмендә иң төҙөк, матур ҡала булараҡ таныла. Был үҫеш-ҡаҙаныштарҙа ветерандарҙың, данлыҡлы нефтселәрҙең өлөшө ҙур. Бөгөн иһә яҡташтарҙың лайыҡлы эшен йәш быуын вәкилдәре дауам итә.
Барлыҡ яҡташтарҙы иҫтәлекле көн менән ҡотлайбыҙ, ғаилә именлеге, бәхетле тормош теләйбеҙ!
Тыуған ҡалабыҙ өсөн файҙалы эштәр башҡарырға яҙһын! Байрам менән, октябрьскийҙар