+16 °С
Болотло
События и факты
11 Май 2022, 11:26

"Урал батыр" эпосы - тәрбиә сығанағы

"Урал батыр" - иң матур һәм баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булған халыҡ ижады мираҫы. Ул донъя халыҡтарының бөйөк эпик мираҫында лайыҡлы урын биләгән башҡорт рухи мәҙәниәтенең фундаменталь сығанағы.   "Яҡшынан баш тартмағыҙ "... Был һүҙҙәр бөгөн дә үҙен кеше итеп һанаған һәр кемдең тормош девизына әйләнергә тейеш. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы сиктәрендә үҫеп килеүсе йәш быуында башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм эпосты популярлаштырыу маҡсатында яҙғы каникул көндәрендә Баҡалының 2-се урта мәктәбендә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең муниципаль конкурсы үтте.

Компетентлы жюри ҡатнашыусыларҙы ятлаған юлдар һаны, тасуири һөйләү, тауыш көсө, аудиторияны йәлеп итә белеү кеүек критерийҙар буйынса баһаланы.

Конкурстың беренсе турында Мостафа урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Дусиева Миләүшә (етәксеһе Э. Насирова) Гран-при яуланы. Баҡалының 2-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Эльвир Сәйетов (етәксеһе Ф. Трофимова), Диәш урта мәктәбенән 3-сө класс уҡыусыһы Розалина Нуриәхмәтова (етәксеһеГ. Сиражетдинова)  призёрҙар булды. Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып танылды:"Өмөтлө киләсәк" – Эмилия Ғатина (Ҡуштирәк урта мәктәбе, 5 кл., Г. Камаева), "Эпосты пропагандалаған өсөн" - Егорова Марианна(Бозор мәктәбе, 7 кл., А. Алчинова).

Икенсе турҙа эпосты инсценировкалау буйынса 1-се урын Иҫке Ҡатай урта мәктәбенең фольклор коллективына бирелде (етәксеһе Л.Ғабдуллина). Тоҡтағол (етәксеһе Н. Раянова) һәм Иҫке Әзмей (етәкселәре Г. Трофимова һәм М. Кутлина) төп дөйөм белем биреү мәктәптәре призлы урындарға эйә булды. Баҡалының 2-се мәктәбе фольклор коллективы “Артистизм” номинацияһында билдәләнде. Енеүселәр һәм призлы урынға лайыҡ булыусыларға район мәғариф бүлегенең Почет грамоталары тапшырылды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас