Ғариза менән полицияға уның 44 йәшлек ире мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Асыҡланыуынса, ҡатын бер ай самаһы элек өйөнән сыҡҡан һәм шунан бирле бәйләнешкә сыҡмай. Уның ҡайҙа булыуы мөмкин - билдәһеҙ. 40 йәштәр тирәһендә, уртаса кәүҙәле, буйы 160-165 сантиметр, оҙонса йөҙлө, тура ҡара сәсле, тура һәм һирәк ҡашлы, тура танаулы.
Юғалған мәлдә ҡатын ҡыҙыл куртка, сирень бирсәткәһе, һоро салбар, баулы ҡара күн ботинка кейгән булған.
Ынйының ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, ошо хаҡта 8(34742)3-28-76, 8(34742)3-28-36 йәки 02 (102 - мобиль телефондан) телефондары аша Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы буйынса бүлегенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайҙар.