Фойела биҙәү-ҡулланма ижады, милли кейем, башҡорт халҡының көнкүреш һәм йәшәү әйберҙәре күргәҙмәһе ойошторолғайны. Вокаль һәм хореография коллективтары бик күп шәп йыр композициялары һәм бейеү постановкалары бүләк итте.
Концертта Туймазы һәүәҫкәр артистары – Ҡандракүл ауылы ауыл мәҙәниәт йортоноң «Тылсым» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашты.
Сара барышында ошо ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Фәзина Әхмәтова ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Билдәле булыуынса, Ҡандракүл ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында ҡатнаша. Һәм бында сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға йүнәлтелгән саралар даими уҙғарылып тора. Был сара - күрше районға барып, сығыш яһау, был конкурс сиктәрендә үткәрелә.
Сарала Туймазы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гәүһәр Фазуллина ла ҡатнашты.