+20 °С
Облачно
События и факты
28 Апреля 2022, 06:09

Батыр йөрәкле башҡорт ҡатыны-хәрби табиптың ҡыйыулығына һоҡланырлыҡ!

Социаль селтәрҙәрҙә бер ғаиләнең тетрәндергес тарихын тараталар. Уны уҡып сыҡҡандан һуң, беҙ ватандашыбыҙҙың ҡыйыулығына шул тиклем һоҡландыҡ. Һеҙгә лә уҡып ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

-       Мин рус, офицер, Силәбе өлкәһенән яҡташығыҙға өйләнгәнмен. Һуңғы, уның менән берлектәге ҡыҙыу нөктәлә булған хәлде һөйләйем. Ул - хәрби табип. Мин гел алғы һыҙыҡта, ул ҡайҙалыр тылда, айҙар буйы күрешмәйбеҙ. Шомло хәбәр килде, тыл колоннаһы засадаға эләккән. Ҡотҡарырға ашығабыҙ, тыл автомашиналары осрай, әммә барыһы ла түгел. Һуңғыһын табабыҙ, юл ситендә кешеләр юҡ, урманда 12 боевиктың кәүҙәһен һәм 8 беҙҙең яраланғандарҙы табабыҙ, уларҙың уртаһында ҡанға һәм бысраҡҡа батҡан бер бәләкәй кеше ултыра, ҡулында граната. Яҡыныраҡ киләм, минең ҡатын, нисек килеп сыҡҡан ул был ергә?!

Муйынымдан ҡосаҡлап алды, һөйләшә алмай, илай ғына ала. Яраланғанмы, юҡмы икәнен һорайым, әйтә алмай, ишетмәй, контузияланған. Баҡтиһәң, яралыларҙы алып китеп барған, шартлағандан һуң барыһын да соҡорға ташыған. Берәүҙә лә ҡорал юҡ, тик яралыларҙың гранаталары ғына бар. 19 граната ташланаған, 12 боевикты ҡырған. Йыуындырҙым, яраларын үҙем эшкәрттем, бер кемде лә яҡын килтермәне. Көнө буйы һөйләшмәй торҙо, аҡылдан яҙмаһын тип уйланым. Иртән генә тәүге һүҙҙәрен әйтте: "Мин теремен!" Бергәләп иланыҡ. Батырлыҡ ордены алды. Башҡаса һуғышҡа бармаҫҡа күндерҙем.

Бына шундай бәләкәс кенә башҡорт ҡатыным бар. Урамда ошо кескәй генә ябыҡ ҡатынды күрһәгеҙ, бер ҡасан да шундай батыр икән тип уйламаҫһығыҙ.

Глеб. Реутов.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас