+14 °С
Облачно
События и факты
27 Апреля 2022, 04:52

Туймазыла йәшәгән ҡатын балаһы өсөн Абхазиянан ире менән судлаша

Суд процесы туғыҙ ай дауам итә.

Туймазыла йәшәүсе Әлиә Имелғужина бер йылдан ашыу ике йәшлек улы өсөн көрәшә. Элекке ире, Абхазия гражданы, баланы үҙ илендә тота һәм уны Рәсәйгә алып китергә бирмәй. Әлиә ярҙам һорап илселеккә, урындағы полицияға һәм опека органдарына мөрәжәғәт иткән, ләкин уға бер кем дә ярҙам итмәгән. Хәҙер ҡатын баланы суд аша алып китергә маташа. Малайҙың Рәсәй гражданлығы булыуға ҡарамаҫтан, процесс бик яй бара.

Туғыҙ ай инде Әлиә Абхазияла йәшәй, уға бында торлаҡты ҡуртымға алырға һәм адвокат хеҙмәте өсөн түләргә тура килә. Һөнәре буйынса ул табип-терапевт, әммә Абхазияла теркәлмәйенсә эшкә урынлаша алмай. Ханым бәләле хәлдә һәм ватандаштарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Туғандары бөтә ресурстарын бөтөргән дә инде, Әлиәнең бер туған ағаһы уның менән Абхазияла йәшәргә мәжбүр, сөнки бер үҙенә унда йәшәү ҡурҡыныс.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас