4-се мәктәп уҡыусыһы һөйләүенсә, конструкцияға күберәк төҫлө офис ҡағыҙы киткән. Сиркәүҙең әҙерлекле модулдәрҙән төҙөлөүе асыҡлана. Бөтәһе 54 меңләп ошондай модуль эшләнгән, ә материал һатып алыу өсөн - биш мең һум самаһы аҡса киткән. Проекттың тамамланыуына ҡарамаҫтан, егет тынысланмаған әле һәм хәҙер үҙәк башняны үҙгәртә.
«Ошондай ҙур проект өҫтөндә эшләй башлағанда интернеттан алған белемдәрҙе камиллаштырыу өсөн эшләйем», - тип аңлатты Никита.
Хәҙер уҡыусы тәбиғи ҙурлыҡта Европа чемпиондары кубогын эшләй, шулай уҡ Спас на Крови храмының күсермәһен яһарға хыяллана.
Әлеге ваҡытта ул киләсәктә табип булыу өсөн төп дәүләт имтиханына әҙерләнә.