+14 °С
Облачно
События и факты
18 Апреля 2022, 09:52

Туймазынан һигеҙенсе класс уҡыусыһы мини-ракета, аэростаттар төҙөй

Туймазының 7-се мәктәбе уҡыусыһы Вадим Әминев ағаһы Марсель һәм атаһы Руслан Марат улы менән бер нисә аҙна ракетаны осороу өҫтөндә эшләне - пропорциялар иҫәпләй, схемалар һыҙа, яғыулыҡ-химик элементтарҙан ҡатнашма яһаны.

Ракетаны уңышлы осорғандан һуң сүп-сар өсөн ҡапсыҡтан аэростат, һуңынан аэроглиссер - амфибия-кәмәнең мини-версияһын яһайҙар. Аэроглиссер һыу өҫтөндә генә түгел, ҡар өҫтөндә лә еңел шыуа. Уны электр моторы хәрәкәткә килтерә, джостик ярҙамында идара итеп була.

Әминевтарҙың һуңғы асышы - парктроник нигеҙендә һуҡырҙар өсөн прибор, ул кеше атлағанда ҡамасаулаған әйберҙәр тураһында иҫкәртә.

- Миңә уйлап табыу, техника макеттарын йыйыу оҡшай, - ти Вадим. - Миңә атайым һәм ағайым ярҙам итә. Ә янығыҙҙа фекерҙәштәр булһа, эшкә тотоноу һәр саҡ күңеллерәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас