+24 °С
Дождь
События и факты
18 Апреля 2022, 12:35

Туймазыла тыуған Лира Иғтисамова вице-премьер вазифаһына тәғәйенләнде

Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова вице-премьер вазифаһына тәғәйенләнде.

Бөгөн, 18 апрелдә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр итте. Әйтәйек, Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда был вазифаны Максим Забелин биләне, әлеге ваҡытта ул Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәтен етәкләй. «Ул финанс министры вазифаһын һаҡлай. Ул һаулыҡ һаҡлау системаһы, социаль яҡлау һәм хеҙмәт системаһы өсөн яуаплы», - тине Радий Хәбиров.

Яңы вице-премьер Туймазы районында тыуып үҫкән. Һигеҙенсе ҡала мәктәбен тамамлағандан һуң Лира Иғтисамова авиация университетына, һуңынан БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһына уҡырға инә. 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас