+19 °С
Облачно
События и факты
18 Апреля 2022, 09:57

Туймазыла талпандар әүҙемләшкән

Ҡан эскес бөжәктәр өс кешене тешләгән.

Туймазы районында талпандар активлашты. Улар Райман һәм Ҡандра-Ҡотой ауылдарында йәшәгән ике ирҙе һәм Туймазынан дүрт йәшлек малайҙы тешләгән.

Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә урындағы халыҡтың урманда йөрөгәндән һуң кейемдә талпан табыуы хаҡында хәбәрҙәр баҫылып сыҡты.

Әгәр һеҙҙе талпан тешләһә, ашығыс рәүештә дауахананың ҡабул итеү бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр һеҙ талпанды үҙаллы эшләй тартып сығара алһағыҙ, бөжәкте флаконға һалып, гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең бактериология лабораторияһына (Урмансы Морозов урамы, 1) алып барырға кәрәк.

Эш көндәрендә ул иртәнге сәғәт 9-ҙан 5-кә тиклем эшләй, шәмбе иртәнге 9-ҙан 11-гә хәтлем, 7-45-66, 8-937-150-46-34 телефондары аша шылтырытырға була.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас