+18 °С
Дождь
События и факты
18 Апреля 2022, 09:19

Туймазыла Республика халыҡ коллективтары фестивале үтте

«Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестивалендә Туймазы районының 29 ижади берекмәһе ҡатнаша.

Ижади берекмәләрҙең күбеһе халыҡ йәки өлгөлө коллектив исемдәрен раҫлай, ә алты ҡатнашыусы уларға әле генә дәғүә итә.

Дебютанттар араһында -Ҡандра ауылының «Хазина» ансамбле, Ҡандракүл ауылынан «Тылсым» ауыл мәҙәниәт йортоноң фольклор коллективы, «Ялҡын» бейеү ансамбле, «Родина» мәҙәниәт йортоноң «Сеспель» сыуаш фольклор ансамбле, «Арлекино» балалар бейеү студияһы, Туймазы ҡалаһы Балалар музыка мәктәбенең «Йондоҙлоҡ» вокаль-хор ансамбле. Фестивалде тура трансляциялау Мәҙәниәт.РФ порталында алып барылды.

Сара ил президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ижади марафон февралдә башланды, ноябрҙә тамамлана.

Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәренән торған күсмә жюри командаһы бөгөнгө көнгә республиканың 26 муниципалитетында булған да инде.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас