Ул ваҡытта циркта эшләгән артистар ябай кешеләр түгел, ә ысын тылсымсылар кеүек тойола ине. Ошо еңеллек һәм оҫталыҡ артында ниндәй ентекле хеҙмәт торғанын хәҙер аңлайым. Әммә был ғәжәйеп донъяның өлөшө булыу маҡсаты булғанда, бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа туҡтамаясаҡ. Етмәһә, был эш манежға тәүге тапҡыр сыҡҡанға тиклем күпкә алда - балалар цирк студияларында башлана.
Дилара Азаматова «Йондоҙло юл» өлгөлө цирк гимнастикаһы һәм акробатика мәктәбенә биш йыл элек килә. Цирк мәктәбендә уға бик оҡшай.
Тренеры Анастасия Кәлимуллина етәкселегендә көн һайын ул баланс тоторға һәм тигеҙлек һаҡларға өйрәнде. Әкренләп уның таланты киңәйә барҙы.
Шул уҡ ваҡытта уның сығыштары матурлығы менән дә айырылып торҙо. Ул күрһәткән эквилибристика номерҙары матур һәм сағыу. Халыҡ-ара конкурстарҙа ул һәр ваҡыт беренсе урындар яулай. Ул сығыш яһаған ҡалалар иҫәбендә - Ярославль, Ҡазан, Сочи. Ләкин эквилибрис ҡыҙ эшендә туҡтап ҡалмай. Уның маҡсаты - Дәүләт цирк һәм эстрада училищеһына уҡырға инеү һәм цирк артисткаһы булыу. Был уҡыу йорто илебеҙҙә профессиональ цирк артистарын әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто. Унда конкурс бик ҙур, абитуриенттарҙы күренекле цирк эшмәкәрҙәре һәм артистар баһалай. Ҡыҙ туғыҙынсы класты тамамлай, оҙаҡламай уға ҡабул итеү һынауҙарын үтергә тура киләсәк.
- Дилара физик яҡтан әҙер, ул көслө, һығылмалы, сәхнәлә үҙен тота белә. Ул тәжрибәле эквилибристарҙың ғына көсөнән килгән ҡатмарлы элементтарҙы башҡара, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анастасия Кәлимуллина.
- Әммә артистың иң мөһим сифаты - үҙ эшеңә тоғролоҡ. Дилара ауыртыуға һәм арыуға бер ҡасан да зарланмай, кәйефе булмаһа ла, сәхнәгә сыға һәм йылмая.