Йыл башында Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы «Театр тәнҡитселәренең төбәк театрҙарына командировкаһы» проекты тураһында иғлан иткәйне. Тотош илдән килгән 140 ғаризанан 36-һын тәнҡит һәм театр ғилеме буйынса комиссия һайлап алды. Туймазы дәүләт татар драма театры ла улар иҫәбендә. Бында театр белгесе, «Современная драматургия» журналының редакция советы ағзаһы, «Вахтанговец» гәзитенең баш мөхәррире Валентина Федорова саҡырылды. Дүрт көн дауамында ул театрҙың яңы ҡуйылған спектаклдәрен анализланы: «Тау аҫтында тал илай», «Бәләкәй шаһзат», «Һөйөклө Елена Сергеевна», «Пока она умирала» һәм «Бурған йорто».
Ижади коллектив тамашасыларҙың баһаһын ғына түгел, үҙ эшенә профессиональ ҡараш та алды. Валентина Борисовна режиссерҙарҙың ижади уй-фекерҙәрен мөмкин тиклем объектив баһаланы, күргән спектаклдәр буйынса фекер алышты һәм киләсәккә тәҡдимдәр индерҙе.
аш ҡала тәнҡитсеһе Туймазы татар драма театрының киләсәге ҙур булыуын билдәләне.