+13 °С
Ясно
События и факты
12 Апреля 2022, 07:16

Һеҙгә ер менән түгел, ә фотомодель булып эшләргә кәрәк

Туймазыла фермер ҡыҙ теплицала сәскәләр үҫтерә.

Туймазы районының Ҡарат-Тамаҡ ауылынан йәш ҡыҙ туғыҙынсы йыл сәскә һәм помидор үҫтерә.

«Һеҙгә ер менән түгел, ә фотомодель булып эшләргә кәрәк», - тип һоҡланды редакция фотографы Алина Арнаутованы күреп.

«Мин үҙ тормошомдоң эшен таптым, шуға тыуған яғымдан китергә йыйынмайым», - тип йылмайҙы 29 йәшлек ҡыҙ.

Иҫке Туймазы ауыл советы - теплица бизнесының тыуған төйәге. Алина Сергеевнаның ата-әсәһе, башҡа ауылдаштары кеүек үк, күп йылдар теплицала ҡыяр һәм помидор үҫтергән. Үҙе өсөн дә, һатыуға ла. Ләкин улар үҫеп килгән ҡыҙын ауылдан ҡалаға китер тип уйлаған. Алина, тәү ҡарашҡа, урбанистик һөнәр алған - ландшафт дизайнеры. Ә ҡыҙ бөтәһен дә ғәжәпләндергән: теплицала сәскәләр үҫтерәсәкмен, ти.

Дизайнер булараҡ, Туймазы урамдарында һәм яҡташтары баҡсаларында сәскәләр төрлөлөгө барлыҡҡа килһен ине, тип хыяллана.

Бөгөн ун теплицала 16 мең самаһы үҫемлектәр яҡтылыҡҡа һуҙыла. Петуниялар, бәрхәттәр, хризантемалар... Сәскәләр - уларҙы Алина махсус рәүештә байрамдарға үҫтерә. Һатып алыусылар иҫәбендә - магазиндар һәм ойошмалар, ландшафт дизайны менән мауығыусы ауылдаштары һәм ҡала халҡы.

Алинаның тормошо ожмахҡа оҡшаған тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. 29 йәшлек ҡыҙға бөтә хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итергә тура килә. Бер нисә йыл элек газовиктар теплицалағы ҡаҙанлыҡтарҙы замансаһына алмаштырыуҙы талап иткәйне.

­ - Атайым теплицаны утынға күсерергә кәңәш итте: был газға ҡарағанда арзаныраҡ та, йылы ла күберәк бирә, был йыл әйләнәһенә эшләгән агротехникала бик мөһим, - ти Алина. - Ата-әсәйем минең ышаныслы кәңәшселәрем һәм ярҙамсыларым булып ҡала.

Айырыуса эш күп булғанда күрше үҫмерҙәр ярҙамға килә. Ләкин иң мөһим эштәрҙе ул үҙе эшләй, бер кемгә лә ышанмай.

Сәскәләрҙән тыш, Арнаутова помидор һәм баҡса еләге үҫтерә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас