+19 °С
Дождь
События и факты
21 Марта 2022, 10:17

Туймазыла йәшәүсе ҡатын эпоксид ыҫмалаһынан сувенирҙар эшләй

Ике йыл элек Мария Синельченкова ижад өсөн ғәҙәти булмаған материал - эпоксид ыҫмалаһы менән таныша.

Эпоксидты, халыҡ араһында әйтеүҙәренсә, яңыраҡ ҡына ҡул эше оҫталары файҙалана башланы, шуға күрә республикала ыҫмала оҫталары аҙ. Туймазыла Мария - был һығылмалы матдәгә менән эшләгән берҙән-бер кеше тиерлек.

2020 йылда ҡыҙ бүләккә эпоксидтан эшләнгән сувенир ала. Ул - ижад кешеһе. Бөтә яңылыҡтарға битараф булмаған ҡыҙ шунда уҡ интернетта ыҫмала һәм уның менән эш итеүгә бәйле бөтә нәмәне эҙләй башлай. Сайттарҙы асҡас һәм тиҫтәләгән оҫталыҡ дәрестәрен ҡарағас, Мария серле материал менән шөғөлләнергә әҙер булыуын белдерҙе.

-      Тәүҙә респиратор һатып алдым. Ыҫмала ярайһы уҡ ағыулы һәм һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәргә: респиратор һәм бирсәткә кейергә кәрәк. Шуға күрә мин өйҙә түгел, ә оҫтаханамда эшләйем, - тип аңлата Мария. - Эпоксид ыҫмалаһы ике компоненттан - ыҫмаланың үҙенән һәм ҡатырғыстан тора. Был үҙенсәлекле ҡуйы масса, ул теләгән бер форманы ҡабул итә ала. Уны ошо үҙенсәлектәр арҡаһында биҙәүестәр, интерьер әйберҙәре эшләүҙә һәм сәнәғәт етештереүендә ҡулланалар. Әҙер изделиелар бөтөнләй хәүефһеҙ, уларҙы һалҡын аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн дә файҙаланырға мөмкин.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас