+17 °С
Болотло
События и факты
21 Март 2022, 10:30

Кисә Башҡортостан делегацияһы Донбаста эшләне

Радий Хәбиров: Беҙ ошо ҡатмарлы ваҡытта аңлы рәүештә килдек. Атыу тауыштары ишетелә, ләкин беҙ алға ҡарайбыҙ һәм эшкә тотонорға ваҡыт етеүен аңлайбыҙ.

Радий Хәбиров: Беҙ ошо ҡатмарлы ваҡытта аңлы рәүештә килдек. Атыу тауыштары ишетелә, ләкин беҙ алға ҡарайбыҙ һәм эшкә тотонорға ваҡыт етеүен аңлайбыҙ. Беҙ ике республикабыҙҙың үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеге өсөн яҡшы башланғыс буласаҡ коммюникеға ҡул ҡуйҙыҡ. Ошо документ нигеҙендә артабан сәнәғәт, сауҙа, фән һәм техника, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә мөнәсәбәттәр булдырасаҡбыҙ. Беҙ Донецк Халыҡ Республикаһы иҡтисады структураһын ентекле өйрәндек һәм бер-беребеҙгә нимә файҙалы була алыуын беләбеҙ.

Сәфәребеҙҙең тағы бер мөһим һөҙөмтәһе - Өфө һәм Донецк рәсми рәүештә туғандаш ҡалалар булды. Башҡортостан менән Донбастың уртаҡ үткәне бар, беҙ бының турала изге хәтер һаҡлайбыҙ. Был ерҙә ата-бабаларыбыҙ нацистар менән бергә һуғышҡан. Беҙҙе туғандарса йылы мөнәсәбәттәр бәйләй. Алға табан элеккесә бергә барасаҡбыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас