Туймазы районы хакимиәтендә урындағы эшҡыуарҙарҙың идеялары тикшерелде. Фидан Мөхәмәтшин көнкүреш химияһы етештереү буйынса бизнес-проект менән таныштырҙы. Уны тормошҡа ашырыу өсөн уға һыуҙы фильтрлау техникаһы һәм ҡойоу линияһы һатып алырға кәрәк.
Район башлығы Айҙар Суфиянов һәм муниципалитеттың бизнес-шерифы Ирина Токарева уға эшҡыуарҙың дәүләттән ниндәй субсидиялар ала алыуы хаҡында һөйләне. Профилле хеҙмәттәр проектҡа ярҙам итәсәк, тип билдёлёне район етәксеһе. Кәңәшмәлә тағы ла бер проектты - йорт туҡымаһын тегеү производствоһын ҡаранылар. Илдар Әсфәндиәров хәҙер маркетплейстарҙа текстиль һатыу менән шөғөлләнә һәм үҙ брендын үҫтерергә ниәтләй.