+12 °С
Облачно
События и факты
11 Марта 2022, 10:05

Ҡандракүлдә «Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә «Йәш килендәр» район фольклор-этник конкурсы үтте

Ҡандракүл ауылы мәҙәниәт йортонда «Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә 10 мартта матур сара - «Йәш килендәр» икенсе район фольклор-этник конкурсы үтте

Республикала йыл һайын «Айык ауыл" конкурсы уҙа. Быйыл ошо бәйгелә Ҡандракүл ауылы әүҙем ҡатнашты. Был ауыл муниципаль этапта еңеү яулап, республика кимәлендәге ярышҡа ҡушылды. Ҡандракүл халҡы, ысынлап та, өлгө булырлыҡ. Биш йөҙ кеше йәшәгән ауылда күптән түгел генә ҙурлап, үҙенсэлекле итеп  “Ҡаҙ өмәһе”, “Бәйге” тип исемләнгән  төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының традицион ҡышҡы уйындары, күркәм ғаиләләрҙе “Алтын туйҙары” менән ҡотлау кисәләре уҙғарылды. Ҡандракүл ауылында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар, кисәләр, йыйылыштар, йәштәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән әңгәмәләр, спорт, йола байрамдары үткәрелеп тора.

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә10 мартта матур сара - «Йәш килендәр» икенсе район фольклор-этник конкурсы үтте.

Конкурстың сағыу һәм ижади ҡатнашыусылары тәү сиратта ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙар. «Йәш килендәр» фольклор-этник ярышында 19 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге 11 килен ҡатнашты.

Иң яҡшы киленде һайлау өсөн жюри уларға дүрт эш тәҡдим итте: презентация, музыкаль номер, яуап-һорау һәм кулинар оҫталыҡ. Матур кейемдәренән һәм сағыу сығыштарынан ҡатнашыусыларҙың һынауҙарға бер ай ғына әҙерләнмәүе күренде. Шуға күрә конкурс ысын музыкаль кисәгә әйләнде.

Әйткәндәй, конкурсанттар араһында мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр күп түгел ине. Мәҫәлән, Үрге Бишенде ауылынан Альбина Хәсәнова «Альтернатива» пластик изделиелар заводында эшләй, әммә ул профессиональ йырсылар кеүек йырлай. Ҡандракүл ауылы мәҙәниәт йортоноң хужабикәһе Зөлхизә Мотаева бишек йырын а-капелла башҡарҙы. Сценарий буйынса өс йәшлек ҡыҙы Мәрйәм менән бергә сығыш яһарға тейеш була - ул әсәһенең ҡулында йоҡларға тейеш ине. Әммә сабый үҙенең йондоҙло сығышын шул тиклем оҙаҡ көтөп, тамаша залында йоҡлап киткән. Әсәһенең номерында ул шулай ҙа ҡатнашҡан, ләкин был хаҡта ҡыҙыҡай фотоларҙан ғына күреп белер, моғайын. Әйткәндәй, әсәле-ҡыҙлы Мотаевтар бер үк төҫтәге күлдәктәрҙә сығыш яһаны. Күлдәктәрҙең тарихы ла бар - урындағы музейҙа һаҡланған 100 йәшлек «үҫмер» күлдәгенең күсермәләрен эшләп, Зөлхизә уларҙы үҙе теккән.

Бишҡурай ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусы Елена Яушева башҡаларҙан айырылып торорға ҡарар итә һәм музыкаль номер сифатында ҡумыҙҙа уйнауҙы һайланай. Тамашасылар тын да алмай тыңланы уның сығышын.

«Юбилейный» мәҙәниәт йортонан Әлфиә Хафизова матур итеп башҡорт бейеүе башҡарҙы. Уның бөтә хәрәкәттәре еңел, хатта сәхнә өҫтөнән осоп барғандай булып күренде ул.

Үҙенең кейеме менән тамашасыларҙы Зөлхизә генә хайран ҡалдырманы. Иҫке Ҡандра ауылынан фармацевт Альбина Йомағолова күлдәк өҫтөнән хәситә кейгән ине. Был милли кейем - буй туҡымаға ваҡ аҡса, тәңкә, аҫылмалы биҙәктәр теҙеп тегелгән биҙәүес. Хәситәлә бәләкәй генә кеҫә лә бар, унда кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар элек миниатюр Ҡөрьән йөрөткән.

Бәйгеселәр араһында интернациональ ғаиләләр булдырған ҡыҙҙар ҙа бар ине. 25 йәшлек Азалия Чиглинцева 18 йәшендә Александрға кейәүгә сыҡҡан һәм уның ире - донъяла иң яҡшыһы, тип раҫлай. Азалия бер нисә йыл бергә ғүмер иткән ҡәйнәһенә бик рәхмәтле булыуын белдерә. Ул йәш киленде аш-һыу бешерергә генә түгел, ә тормош серҙәренә өйрәткән. Ир менән ҡатын башҡорт һәм рус халыҡтарының йолаларын онотмай, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.

Сығыш яһағанда бәйгеселәргә үҙ балалары ғына түгел, коллегалары ла ярҙам итте. Лилиә Шәрифуллинаның презентацияһында Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары ҡыҙҙы кейәүгә биреү алдынан борон уҙғарылған башҡорт йолаһын күрһәтте. Йәрмөхәмәт ауылынан Лилиә Кашапованан интервьюны сәхнәлә үк «район» гәзите хәбәрсеһе ала башланы. Әлбиттә, гәзит хеҙмәткәре уйлап сығарылған персонаж ине, ә бына һылыуҡайҙың яуабы - ысын. Лилиәнең 267 балаһы булыуы ла дөрөҫ! Асыҡлап китәйек, уларҙың ни бары өсәүһе үҙенеке, ҡалғандары - 4-се балалар баҡсаһы һәм уның Первомайский ауылындағы филиалы тәрбиәләнеүселәре, Лилиә - мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мөдире һәм һәр баланы үҙенеке кеүек ярата.

Бәйге йомғаҡтары буйынса Лилиә Кашапова - Гран-при, Әлфиә Хафизова һәм Азалия Чингицева - беренсе, Альбина Йомағолова - икенсе, Зөлхизә Мотаева һәм Елена Яушева өсөнсө урын алды. «Тамға» ижади берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова Зөлхизә Мутаеваға махсус бүләк - ҡорама - тапшырҙы.

Комментарий

Сәлиә МЫРЗАБАЕВА, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы кураторы:

- «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Башҡортостандың 1537 ауылы ҡатнаша. Конкурс сиктәрендә республикала ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаусы ҡыҙыҡлы саралар, акциялар ғына түгел, закондар сығарыу һәм аңлатыу эштәре лә алып барыла. Әле ағымдағы йыл конкурсының тәүге саралары башланды. Һәр район сараларҙы үҙе һайлай, мәҫәлән, бөгөнгө үҙенсәлекле байрам - килендәрҙең ижади мөмкинлектәрен дә, ауыл халҡының берҙәмлеген дә күрһәтеү өсөн.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас