Радик Риф улы Үмәрғалин – Ишембай ҡалаһынан, хәҙер Туймазы ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ваҡытында ул Балалар сәнғәт мәктәбен, рәссам-биҙәүсе, рәсем уҡытыусыһы белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ педагогия колледжын тамамлай, хәҙер үҙ эшен асҡан, рәсем сәнғәте, скульптура, декоратив-ҡулланма сәнғәт менән шөғөлләнә. Буш ваҡыттарында картиналар ижад итә, боронғо әйберҙәр йыя, крайҙы өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына. Ул шулай уҡ Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышының әсе яуҙар үткән ерҙәрҙә – Волгоград һәм Санкт-Петербург ҡалаларында була.
Күргәҙмә асылыу тантанаһына уҡы-тыусылары Л. Сәғдиева һәм Р. Платонова менән Шаран 1-се мәктәбенең юғары синыф уҡыусылары килде.
Радик Риф улы – ҡыҙыҡлы әңгәмә-се, үҙе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Совет һалдатының ҡайһы бер көнкүреш әйберҙәрен күрһәткәндә тарих үҙе йәнләнә кеүек. Радик Риф улы оҫта хикәйәсе, уны тыңлағанда окоп янындағы арыған һалдат образы күҙ алдына килә...
Радик Риф улы боронғо әйберҙәр коллекциялау менән бала сағынан уҡ шөғөлләнә башлай. Башта улар 19 быуат аҙағы – 20 быуат баштарындағы тин аҡсалар, төймәләр, ҡалаҡтар һәм башҡа әйберҙәр була. Әкренләп ижад кешеһендә тарихи фотоһүрәттәр нигеҙендә 3D инсталляцияһы сти-лендә картиналар ижад итеү идеяһы тыуа. “Көнкүрештә мәҙәни мираҫ” күргәҙмәһендә уның шундай “Хужабикә байрамға әҙерләнә” һәм “Партизан малай” тигән ике картинаһын күрергә була.
Ошондай эштәрҙең уникаллеге һәм яңылығы шунда, Р. Үмәрғалин кешенең тормошсан фотоһы буйынса кәүҙә һәм йөҙө менән картиналар ижад итеп кенә ҡалмай, ә эшендә картинаны йәнле, күләмле итә торған төрлө боронғо әйберҙәр ҙә ҡуллана. Ошондай картинаны тамашасыға күрһәтеп, автор бер үк ваҡытта башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеменең үҙенсәлектәре тураһында ла һөйләй ала.
Р. Үмәрғалиндың шәхси коллекция-һынан боронғо әйберҙәр һәм һуғыш ваҡыты атрибуттары (Башҡорт дәүләт университетының “Ватан” республика эҙәрмәндәр отряды әйберҙәре), шулай уҡ картиналар музейға килеүселәрҙе Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы осоро атмосфераһына алып инә, был шул дәүергә ҡул менән ҡағылыу был, ул йылдарҙағы ваҡиғаларға башҡаса ҡарау мөмкинлеге бирә. Радик Риф улы коллекция әйберҙәрен ҡыҙыҡлы итеп күрһәтә, музей директоры Г. Лотфуллина, музейҙың фәнни хеҙмәткәре Э. Нурмөхәммәтова һәм юғары синыф уҡыусыларының һорауҙарына ентек-ле яуаптар бирҙе.
Йәш кешенең пландарында – атҡа атланған гвардия-офицеры һүрәте менән 3D инсталляцияһы стилендә картина ижад итеү. Ул барыһын да булдырыр, тип уйлайбыҙ.