Бөгөн Илназдың әсәһе Зөлфиә Шамил ҡыҙы аяҡҡа баҫтырыу терапияһы һәм йәрәхәттәрҙән һуңғы реабилитация тураһында барыһын да белә. Тағы ла – ул үҙенә һүҙ бирә – иламау. Сөнки 10 йәшлек малай яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнгәндә, илау һәм көсһөҙлөккә бирелеү мөмкин түгел.
Мин үҙем!
Дәүләтовтар ғаиләһендә ете бала – бишәүһе үҙҙәренеке һәм тәрбиәгә алынған ике ҡыҙ. Өлкәндәре үҫеп, үҙ тормошо менән йәшәй башлаған, ағайҙарының береһе яңыраҡ армияға хеҙмәт итергә киткән. Хәҙер ата-әсә йортонда 15 йәшлек Милана менән Фәнилә һәм Илназ ғына ҡалған.
Уның ғәҙәти көнө иртәнге сәғәт 10-да башлана – Зөлфиә Шамил ҡыҙы улын йоҡлатырға тырыша, иртә уятмай. Был ваҡытҡа өйҙә икеһе генә ҡала: атайы Марат Низаметдин улы эштә – мәктәптә уҡытыусы ул, Милана һәм Фәнилә дәрестә.
Әсәһе малайға кейенергә ярҙам итә, ә йыуынырға ул үҙе өйрәнгән. Артабан улар ашыҡмай ғына иртәнге аш ашай, һәм Зөлфиә Шамил ҡыҙы улына витаминдар бирә – 21 наркоздан һуң организмға аяҡҡа баҫыу өсөн ярҙам кәрәк.
Хәҙер Илназ өйҙә уҡый, инглиз теле дәрестәренә генә йөрөй. Әммә сентябрҙә класташтарына ҡушылырға ниәтләй. Ул дүртенсе класта, алда – Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре. Уның уҡытыусыһы – үҙ атаһы булһа ла, тырышып уҡый.
– Эштән ҡайтҡас, атайым өйгә эште тикшерә һәм яңы материалды аңлата, – ти ул.
Илназ ҡулдары урынына аяҡтарын ярайһы тиҙ ҡуллана башланы. Планшетта, пианинола уйнай ала. Сентябрҙә малайға яңы компьютер һәм уға уңайлы өҫтәл һатып алалар – кикбоксинг мәктәбе етәксеһе Вилмир Нафиҡов башланғысы буйынса урындағы спортсылар һәм эшҡыуар-ҙар уға ошондай бүләк эшләгән. Ауылдашы Рузил Вәлиев Илназ өсөн уңайлы ултырғыс эшләгән.
Мессиҙан лайк,
Дзюбанан сәләм
Балтай – 300-ләгән кеше йәшәгән дүрт урамлыҡ ҙур булмаған ауыл. Һуңғы ярты йылда ул эстрада йондоҙҙары, эшҡыуарҙар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, билдәле блогерҙар һәм изге күңелле кешеләр араһында популярлыҡ яуланы. Үҙәк урамда таныш булмаған машинаны күреп, ауыл халҡы шунда уҡ аңлай – Илназға ҡунаҡтар килгән.
Тәүҙә Зөлфиә Шамил ҡыҙына бын-
дай иғтибар оҡшамай бала ара-лашыуҙан тиҙ арый, режим боҙола. Шуға күрә ул бер нисә тапҡыр журналистарҙы ҡабул итергә теләмәй.
Бер көндө Мәскәү телеканалы хеҙмәткәрҙәре шылтырата. Улар ярҙам ҡулы һуҙа. Видеосюжет ярҙамында улар әхлаҡи ғына түгел, матди йәһәттән дә ярҙам аласаҡ, тип белдерә. Ул саҡта Илназ өсөн протездар ғаилә өсөн ысынлап та ҙур суммаға – өс миллион алты йөҙ мең һумға төшәсәге билдәле була. Һәм әсә ризалаша. Аҡса ике аҙна эсендә йыйыла.
Илназ өсөн иң мөһим ҡунаҡтарҙың береһе – «Футбол тураһында Тула» каналының авторы Анатолий Тарасенко. Анатолий Сергеевич малай менән бәхетһеҙ осраҡтың футбол яланында булғанын белә һәм Балтайға Илназ тураһында документаль фильм төшөрөргә килә. Уның ярҙамында Илназ «Инстаграм»да үҙ сәхифәһен булдырырға ҡарар итә.
– Видеоны тәүге тапҡыр яҙҙырып ҡарағас, бер нәмә лә килеп сыҡманы, – тип һөйләй ул. – Мин оялдым һәм был эште ташланым. Тик һуңынан ҡабаттан эшләп ҡарарға булдым.
Тәүге йөҙ яҙылыусыһы бер нисә көндә барлыҡҡа килә. Илназ яңы тормошҡа яраҡлашыуы һәм яңы оҫталыҡтарға эйә булыуы хаҡында фото һәм видеолар һала. Тиҙҙән меңләгән яҙылыусы йәш блогерҙың уңыштарын күҙәтә башлай. Күптәре менән хат алыша: таныш булмаған кешеләр ярҙам тәҡдим итә, документтар әҙерләү буйынса кәңәштәр бирә.
Бер көндө Илназға Артём Дзюбанан видеохәбәр килә. Уның артынса Мәскәүҙең «Спартак» клубы капитаны Георгий Джикия, Мәскәү «Локомотив»ынан Константин Марадишвили теләктәшлек һүҙҙәрен еткерә. Билдәле футболсылар малайҙың ғаиләһен уйындарға саҡыра. Көтөлмәгән хәл дә була – Лионель Месси лайк ҡуя.
– Беҙ бәлә менән яңғыҙ ҡалһаҡ, барыһын да кисереп сығыуы күпкә ауырыраҡ булыр ине, – ти әсә. – Социаль селтәрҙәр арҡаһында бик күп яңы дуҫтар таптыҡ, ә иң мөһиме – тиҙҙән Илназдың протездары киләсәк. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, протездар ай аҙағында, улыбыҙҙың тыуған көнөндә үк әҙер буласаҡ. Был уның 11 йәшенә иң яҡшы бүләк.