Мәктәп фойеһы плакаттар, викториналар һәм ребустарҙан торған сағыу стенд менән биҙәлде. Аҙналыҡ сиктәрендә 5-8-се синыф уҡыусылары араһында Марина Цветаева ижады буйынса “Иң яҡшы тасуири уҡыусы”, яратҡан әҫәрҙәр буйынса инсценировкалар конкурстары, синыфтан тыш “Рус теле һәм әҙәбиәте иленә сәйәхәт” сараһы иғлан ителде.
Шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәте буйынса асыҡ дәрестәр ҙә үтте – 6-сы синыфта В. Распутиндың “Уроки французского” хикәйәһе буйынса “Кешеләргә яҡшылыҡ өләшеү” түңәрәк өҫтәле, 11-се синыфта “БДИ-ға әҙерләнәбеҙ” дәресе был. Аҙналыҡтың барлыҡ әүҙем ҡатнашыусылары бүләктәр һәм татлы күстәнәстәр алды.